Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Буласаҡ кейәүҙең ҡылығы аптыратты

Атаһы менән аҡса йыйып, бәләкәй булһа ла фатир һатып алып бирҙек. Үҙе лә тырыша, беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Ейәнсәребеҙҙе лә бергәләп үҫтереп киләбеҙ, әммә ҡыҙым баланы баштан үҙе ҡарау яҡлы булды. Фатирлы булыу менән эргәһенә алып, балалар баҡсаһына бирҙе. Бына бер йыл самаһы ҡыҙыбыҙ бер егет менән аралаша. Уға 28 йәш, бығаса өйләнмәгән. Аралары матур ғына ине. Ошоғаса беҙгә лә килеп йөрөнө. Уҡыған, Өфөлә яҡшы ғына эш хаҡы алып эшләй. Өйләнешергә уйлайбыҙ тигәстәр, ныҡ ҡыуандыҡ. Яҡшы кеше, тип ризалығыбыҙҙы бирҙек. Һәр кем балаһының бәхетле, парлы булып йәшәүен теләй бит. Тик... Бер ауыр мәсьәлә килеп сыҡты: буласаҡ кейәү ҡыҙымдың балаһын үҙ янына алырға теләмәүен әйткән. Ҡыҙым, әлбиттә, быға риза булмаған. Аралары бер аҙ боҙолоп тора. “Өйләнешеп, бер-беребеҙгә өйрәнгәнсе, ҡыҙың әсәйең менән атайың янында йәшәп торһон. Мин бит уны бөтөнләй алмайыҡ, тимәйем. Мәктәпкә барыуына ҡарай, бер-ике йылдан, Өфөгә күсереп алырбыҙ. Әлегә икебеҙ генә йәшәгем килә”, – тигән. Шулай буламы икән ул? Ҡыҙымд
Оглавление
    Буласаҡ кейәүҙең ҡылығы аптыратты
Буласаҡ кейәүҙең ҡылығы аптыратты

Буласаҡ кейәүҙең ҡылығы аптыратты

Һеҙгә үҙ хәлемде һөйләйем әле. Бер ауыр мәсьәлә килеп сыҡты: буласаҡ кейәү ҡыҙымдың балаһын үҙ янына алырға теләмәүен әйткән. Ҡыҙым, әлбиттә, быға риза булмаған. Аралары бер аҙ боҙолоп тора...

Атаһы менән аҡса йыйып, бәләкәй булһа ла фатир һатып алып бирҙек. Үҙе лә тырыша, беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Ейәнсәребеҙҙе лә бергәләп үҫтереп киләбеҙ, әммә ҡыҙым баланы баштан үҙе ҡарау яҡлы булды. Фатирлы булыу менән эргәһенә алып, балалар баҡсаһына бирҙе.

Бына бер йыл самаһы ҡыҙыбыҙ бер егет менән аралаша. Уға 28 йәш, бығаса өйләнмәгән. Аралары матур ғына ине. Ошоғаса беҙгә лә килеп йөрөнө. Уҡыған, Өфөлә яҡшы ғына эш хаҡы алып эшләй. Өйләнешергә уйлайбыҙ тигәстәр, ныҡ ҡыуандыҡ. Яҡшы кеше, тип ризалығыбыҙҙы бирҙек. Һәр кем балаһының бәхетле, парлы булып йәшәүен теләй бит.

Тик... Бер ауыр мәсьәлә килеп сыҡты: буласаҡ кейәү ҡыҙымдың балаһын үҙ янына алырға теләмәүен әйткән. Ҡыҙым, әлбиттә, быға риза булмаған. Аралары бер аҙ боҙолоп тора. “Өйләнешеп, бер-беребеҙгә өйрәнгәнсе, ҡыҙың әсәйең менән атайың янында йәшәп торһон. Мин бит уны бөтөнләй алмайыҡ, тимәйем. Мәктәпкә барыуына ҡарай, бер-ике йылдан, Өфөгә күсереп алырбыҙ. Әлегә икебеҙ генә йәшәгем килә”, – тигән.

Шулай буламы икән ул? Ҡыҙымды яратҡас, уның балаһын да яратырға, һис юғы ҡабул итергә тейеш, тип уйлайым. Бала ла әсәһенән айырылыуҙы бик ауыр кисерәсәк. Бәләкәсен һағынып, ҡыҙымдың да йөрәге өҙөләсәк.

Ошоға тиклем барыһы ла яҡшы булды. Ҡыҙыбыҙ: “Ниһайәт, үҙ кешемде таптым”, – тип ҡыуана ине. Буласаҡ кейәү ҙә “Гөлсөм” тип өҙөлөп торҙо, ә хәҙер уның балаһын яратмай булып сыҡты...

Һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ, әхирәттәр? Бер-ике йылға ейәнсәребеҙҙе үҙебеҙгә алып торорғамы икән? Ә һуңынан баланы күсереп алып та, өйрәнә алмаһа? Ҡыйырһытһа? Ә бала күңелендә мәңгелек яра ҡалһа? Бына ошондай һорауҙар тынғы бирмәй. Һеҙҙән кәңәштәр көтәм.

Көйөргәҙе районынан Гөлнара исемле ҡатындың һөйләүе буйынса яҙылды.

Фото яһалма интеллект ярҙамында эшләнде.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!