Молекуляр гибридтар лабораторияһында уҡыусылар үҙ ҡулдары менән электрофорез өсөн гель әҙерләне: онтаҡтарҙы һәм шыйыҡсаларҙы теүәл үлсәп ҡарарға өйрәнде, йылытҡанда аграрозаның тоноҡ ҡатнашманан үтә күренмәле желеға әүерелеү, һуңынан гелде формаға ҡойоу һәм өлгөләр яһау менән танышты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай тәжрибә химия, физика һәм биологияның үҙ-ара бәйләнешен практикала күрһәтергә ярҙам итә. Аддитив технологиялар лабораторияһында балалар реконструктив хирургияла, травматологияла һәм ортопедияла, онкологияла, нейрохирургияла, яңаҡ-бит хирургияһында ҡулланыласаҡ яңы материалдар һәм шәхси медицина изделиеларының нисек эшләнеүен белде. Бәләкәй таргет молекулаларҙы эҙләү лабораторияһында уҡыусылар тикшеренеүсе-медиктар менән бергә ҡомаҡтарҙың һәм балыҡтарҙың биологик моделдәрен күҙәтте. Кеше микробиомаһы лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы микробиологтың эше һәм уның ҡорамалдары менән таныштырҙы. Балалар ғалимдарҙың молекулаларҙы ҙурлығы буйынса «сортҡа айырыуҙарын» күрҙе. Ул