Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев «Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсыһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнур Ҡарабулатов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Әлеге ваҡытта Илнур Ҡарабулатов мөһим социаль функция үтәй: ул Әбйәлил районында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының координаторы булып эшләй. Уның бурысы – мохтаждарға адреслы ярҙам ойоштороу. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡатнашлығында уҙған осрашыу барышында республика Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенең төп темалары ҡаралды. Айырыуса урындарҙа «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» саҡырыуын ғәмәлдә ашырыуға иғтибар бүленде. Ҡатнашыусылар яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең аныҡ механизмдарын тикшерҙе. Айрат Әминев Илнур Ҡарабулатов кеүек белгестәрҙең дөйөм эшкә индергән өлөшө бик әһәмиәтле булыуын билдәләне һәм ҡуйылған социаль бурыстарҙың уңышлы үтәләсәгенә ышаныс белдерҙе. – Илнур кеүек егеттәргә ныҡлығы һәм битараф булмауҙары өсөн рәхмәт! Бергәләп барлыҡ бурыстарҙы атҡарып сығасаҡбыҙ, – тине о
“Илнур кеүек егеттәр барҙа барлыҡ бурыстарҙы атҡарып сығасаҡбыҙ”
10 февраля10 фев
1 мин