Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 10 февралдә 10:45 сәғәттә Башҡортостанда М-5 “Урал” трассаһында бөтә йөк машиналары, пассажир автобустары һәм маршрут таксиҙары өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнгән. Силәбе өлкәһендәге юлдың йәнәш участкаһында насар һауа шарттарына бәйле юл ябылған. 1480 – 1548 километр арауыҡта (Федоровка ҡасабаһы – Силәбе өлкәһе менән сик). Сикләү ваҡыты 10 февралдең 17: 00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ваҡыт һауа торошона бәйле үҙгәрергә мөмкин. Автомобиль юлдары участкаларында Баш идаралыҡтың оператив төркөмдәре эшләй. Белгестәр хәлде өҙлөкһөҙ күҙәтә һәм юл хеҙмәттәре менән оператив эш алып бара. Зинһар, маршруттығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ һәм ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алығыҙ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.