Яҡупта илен яратҡан йәш быуын үҫә
Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында булғанда балалар менән аралашырға ваҡыт таптыҡ. Беҙҙе айырыуса уларҙың махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса алып барған эшмәкәрлеге һоҡландырҙы һәм ғорурландырҙы.
Республикабыҙ төбәктәренә командировкаға барғанда мотлаҡ ауыл мәктәптәрендә булып, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эше, уҡыусыларҙың шөғөлдәре, уңыштары менән танышырға тырышабыҙ. Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында булғанда ла балалар менән аралашырға ваҡыт таптыҡ. Беҙҙе айырыуса уларҙың махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса алып барған эшмәкәрлеге һоҡландырҙы һәм ғорурландырҙы.
Мәктәптә хәрби-патриотик тәрбиә бүлмәһе булдырылған. Бында Яҡуп ауылынан МХО-ла ҡатнашҡан батыр яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр, уларҙың үҙҙәре йәки туғандары алып килеп тапшырған шәхси әйберҙәре урын алған. Әллә ни ҙур булмаған ауылдан тиҫтәгә яҡын ир-егет ил именлеге һағына баҫҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бишәүһе яу ҡырында батырҙарса һәләк булған. Ошо бүлмәлә Геройҙар парталары ла урын алған.
– Бында уҡыусылар ҡатнашлығында төрлө патриотик саралар, ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр үтә, – ти мәктәп директорының тәрбиәүи эш буйынса кәңәшсеһе Нурзилә Искәндәрова.
Әйткәндәй, тап Нурзилә Миңләхмәт ҡыҙы етәкселегендә Яҡуп мәктәбендә МХО яугирҙәренә ярҙам эше лә бик әүҙем һәм ойошҡан рәүештә алып барыла.
– Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәрҙең барыһы ла тиерлек – элекке уҡыусыларыбыҙ. Һәр береһе менән бәйләнештә булырға, хәл-әхүәлдәрен белешеп торорға тырышабыҙ. Ялға ҡайтһалар, мотлаҡ мәктәпкә киләләр. Нимәгә мохтаж булыуҙарын белешәбеҙ. Шулай итеп, маскировка селтәрҙәре үреүгә тотондоҡ. Ауыл халҡы менән аҡса йыйып, кәрәкле материалдар һатып алабыҙ. Был эш мәктәптә лә, клубта ла ойошторолған. Ауылдаштар ҙа, балалар ҙа яугирҙәргә ярҙам эшендә шул тиклем әүҙем ҡатнаша. Олораҡ йәштәге апай-инәйҙәр йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп тапшыра. Селтәрҙәрҙе, башҡа кәрәк-яраҡты район үҙәгенә алып барып бирәбеҙ, шулай итеп, һалдаттарға гуманитар ылау туплауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, – тип һөйләне Нурзилә Искәндәрова.
Билдәләп үтеүебеҙсә, МХО-ға ярҙам эшенән балалар ҙа ситтә ҡалмай. Бөгөн Яҡуп мәктәбе уҡыусылары окоп шәмдәре эшләү, махсус ептән беләҙектәр үреү йәһәтенән бик оҫтарған. Был эштәргә нисек тотоноуҙары менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– МХО-ның тәүге осоронда уҡ интернет селтәрендә башҡаларҙың окоп шәмдәре эшләүен ҡарап, күреп барҙыҡ. Бер мәл уҡыусы егеттәребеҙ: “Апай, әйҙә беҙ ҙә эшләп ҡарайыҡ”, – тип тәҡдим итте. Шулай итеп, интернеттан ҡарай-ҡарай өйрәндек. Бер осрашыу барышында ауылдаш яугир: “Беҙ ошоноң менән генә йылынабыҙ, бер шәм алты сәғәткә етә. Уның ярҙамында көрөшкәлә сәй ҡайнатып эсәбеҙ йә һыуыҡ ашты йылытып ашайбыҙ. Шул тиклем кәрәкле нәмә”, – тигәс, тағы ла дәртләнеп киттек, – тип башҡарған эштәре тураһында ихлас бәйән итте Нурзилә Миңләхмәт ҡыҙы.
Окоп шәмдәре яһай башлағас, бушаған ҡалай банкалар тапшырыуҙы һорап, ауыл халҡына мөрәжәғәт иткәндәр. Әммә был юл менән етерлек материал туплап булмаған. Шул ваҡыт мәктәп уҡыусыларына ярҙам Күмертау дауаханаһының ашханаһында эшләгән ауылдаштары Флидә Искәндәрова үҙ ярҙамын тәҡдим итә. “Ул бушаған консерва банкаларын машина менән алып килә башлағас, эштәребеҙ бермә-бер ыңғай китте”, – ти Нурзилә апай.
Уның етәкселегендә бөгөн мәктәп уҡыусылары Даян Искәндәров, Иҙел Йәмилев, Рәфил Искәндәров, Артур Гвоздик, Солтан Сөләймәнов окоп шәмдәре яһау, беләҙектәр үреү буйынса оҫтарып алған.
– Беләҙек йәки маскировка селтәре үреүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Схемаһын бер төшөнөп алһаң, эш ырай, – ти Иҙел Йәмилев. Әйткәндәй, отҡор егет башҡаларға ла был шөғөлдөң нескәлектәрен ихлас өйрәтә. Тап уның тәҡдиме буйынса окоп шәмдәренең тышын Рәсәй флагының төҫтәрендә биҙәп эшләй башлағандар.
Бынан тыш, Яҡуп мәктәбе уҡыусылары әленән-әле яугирҙәргә хаттар яҙа, амулеттар яһап оҙата.
– Ғөмүмән, беҙҙең ауылда МХО-ға ярҙам эшенән олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмай, – тип дауам итте Нурзилә Миңләхмәт ҡыҙы. – Мәҫәлән, мәктәп директоры Самат Усман улы Туйгилдин, ауылдашыбыҙ Хәмит Хәйретдин улы Ҡаҙбаев шәм өсөн балауыҙ бирә. Әйткәндәй, ялға ҡайтҡан яугирҙәр тәбиғи балауыҙҙан яһалған шәмдәрҙең парафиндыҡынан яҡшыраҡ булыуын, яндырған саҡта тәмле бал еҫе аңҡып тороуын билдәләй.
Бына шулай бергә һәм берҙәм булып, яугирҙәргә ярҙам итеүҙе изге бурыс тип йәшәй Яҡуп ауылы халҡы. Бөгөн яуҙа йөрөгән егеттәргә тап ошо бергәлек һәм берҙәмлек көс бирә, өмөт һәм ышаныс өҫтәй.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фотоларҙа:
Уҡыусылар етәкселәре Нурзилә Искәндәрова менән бергә окоп шәмдәре эшләй.
Блиндаж шәмдәре яугирҙәрҙе йылытһын.
Яҡуп мәктәбендәге Герой парталары.
Илһөйәрлек бүлмәһендәге экспонаттар.