"Беренселәр хәрәкәте" грант конкурсының яңы миҙгеленә старт бирелеүе тураһында хәбәр итте. Уның сиктәрендә проекттарға финанс йәһәтенән ярҙам итеү күҙаллана. Унан инде конкурстар, фестивалдәр, слеттар ойоштороласаҡ. Әлбиттә, ошо сараларҙың барыһында ла таланттар асыҡланасаҡ. 2026 йылда Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына баҫым яһаласаҡ. Грант конкурсында иң беренсе социаль әһәмиәткә эйә башланғыстарҙы ҡарау күҙ уңында тотоласаҡ. Һүҙ ҙә юҡ, ул балалар һәм йәштәрҙең ижади һәләтен асасаҡ. Быйыл дөйөм грант фонды 1,4 миллиард һум тәшкил итә, унда ҡатнашыусылар һаны бер миллион тирәһе булыр тип көтөлә. 1 апрелдә конкурстың һайлап алыу этабына йомғаҡ яһаласаҡ. Әйткәндәй, былтыр финалға Башҡортостандан Азат Ғабдуллин сыҡты. Фото: Молодежная газета.