Башҡорт дәүләт медицина университетында, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (нацпроект “Молодежь и дети”), “Фән һәм технологиялар ун йыллыҡтары” сиктәрендә химия, биология, физика буйынса “Призвание Медицина” тип аталған VI Бөтә Рәсәй күп профилле олимпиада үткәрелә. Унда 10-11 класс уҡыусылары ҡатнаша. Сараның төп маҡсаты – уҡыусылар араһында медицинаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, фундаменталь дисциплиналарҙы тәрән өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү һәм талантлы балаларҙы асыҡлау өсөн шарттар тыуҙырыу. Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙар Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә ике балл аласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы теркәү 9 февралдән 15 февралгә тиклем онлайн рәүешендә https://olympbgmu.ru/ сайтында үтә.Олимпиадала ҡатнашыусыларға ике этапты үтергә тура киләсәк. “Беҙҙең маҡсат – яңы быуын белгестәрен әҙерләү: юғары квалификациялы табиптарҙы ғына түгел, ә алдынғы технологияларҙы эшләүсе-ғалимдәрҙе лә күҙ уңында тотоу. Медицина кластарында башланған иртә профессиональ йүнәлеш системаның мөһим йүнәлеше б