2025 йылда республикала 4 065 уҡыусыға һәм 160 мәктәпкәсә йәштәге балаға иҫәпләнгән өс ҙур дөйөм белем биреү учреждениеһы төҙөлөп бөттө һәм файҙаланыуға тапшырылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Мәҫәлән, 2026 йылдың ғинуар башында Өфө районының Шмидт ауылында Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемендәге Белем биреү үҙәге асылды. Был республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ҡулланып төҙөлгән беренсе мәктәп. Ул 640 уҡыусыға һәм 160 мәктәпкәсә урынға иҫәпләнгән. Шулай уҡ ғинуарҙа Өфөнөң Затон-Көнсығыш биҫтәһендә 1 225 урынлыҡ 163-сө белем биреү үҙәгендә уҡыу процесы башланды. Шулай уҡ Өфөнөң “Кузнецов затоны” биҫтәһендә 2 200 уҡыусыға иҫәпләнгән Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте төҙөп бөтөп файҙаланыуға тапшырҙылар. Бинаның майҙаны 36 мең квадрат метрҙан ашыу һәм, уҡыу кабинеттарынан тыш, тамаша һәм спорт залдарын, бер нисә төшкө аш зонаһы менән туҡланыу блогын, асыҡ