Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлында 67 – 204 километр арауыҡта йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Был сикләү 10 февралдә иртәнге сәғәт 8-гә тиклем һаҡланасаҡ. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ошо сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып маршруттарҙы алдан планлаштырыуҙы һәм юл билдәләренең бөтә талаптарын үтәүҙе һорай. Һауа шарттары яҡшырғансы юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Рәмилә Мусина фотоһы.