Бөгөн Өфөнөң сәнғәт галереяһында фотожурналистика тармағында хеҙмәт иткән һөнәр оҫталарының күркәм осрашыуы үтте. Ошо өлкәләге ветерандарыбыҙҙы тәбрикләү сараһына бөгөнгө көндә матбуғатта фотохәбәрсе булып эшләүсе һөнәр эйәләре лә килде. Билдәле шәхестәр, фоторәссамдар Рәйеф Баҙыҡов һәм Вячеслав Стрижевский тураһында белмәгәндәр һирәктер. Ҡасандыр матбуғат баҫмаларында уларҙың фотоһүрәттәре донъя күргән, хәҙер 80 йәштән уҙһалар ҙа, һаман улар сафта, фотокүргәҙмәләр ойоштороп, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерәләр. Бөгөн уларға Рәсәй Журналистар союзының наградаһы –“ Журналистика ветераны” тигән миҙал тапшырылды. Был мәртәбәле бурысты Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов башҡарҙы. – Был фотоһүрәттәрҙә тормоштоң бер өлөшө, мәле сағыла, тарих күренә. Бындай күргәҙмәләр эргәһенән тыныс ҡына үтеп китеп булмай, уларҙың һәр береһе уйға һала. Рәйеф Баҙыҡов, Вячеслав Стрижеский беҙгә кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Киләсәктә лә уларҙың һәр ваҡыт сафта булыуын теләйем, – тине