Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар һәм социаль

гарантиялар ҡаралған, ләкин уларға айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар. Ғаиләләргә ниндәй льготалар бар? Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың барыһына ла 1 400 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған, артабан ай һайын (хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм нисә йыл хеҙмәт итеүгә ҡарап) 220 мең һумдан башланған түләү, тейешле ташламалары менән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреү ҡаралған. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн дрон операторҙары 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ала. Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу льгота ғәмәлдә. Улар иҫәбендә: -Балалар өсөн – мәктәптәрҙә бушлай йылы аш, һөт кухняһы ризыҡтары, автобустарҙа йөрөү, балалар баҡсаһында урын, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу һәм ятаҡта урын, ял лагерҙарына путевкалар. -Ғаилә өсөн – ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, кредит каникулдары, баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ, күргәҙмәләргә һәм концерттарға бушлай билеттар һәм башҡалар. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? -үҙе

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин уларға айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.

Ғаиләләргә ниндәй льготалар бар?

Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың барыһына ла 1 400 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған, артабан ай һайын (хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм нисә йыл хеҙмәт итеүгә ҡарап) 220 мең һумдан башланған түләү, тейешле ташламалары менән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреү ҡаралған. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн дрон операторҙары 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ала.

Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу льгота ғәмәлдә. Улар иҫәбендә:

-Балалар өсөн – мәктәптәрҙә бушлай йылы аш, һөт кухняһы ризыҡтары, автобустарҙа йөрөү, балалар баҡсаһында урын, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу һәм ятаҡта урын, ял лагерҙарына путевкалар.

-Ғаилә өсөн – ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, кредит каникулдары, баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ, күргәҙмәләргә һәм концерттарға бушлай билеттар һәм башҡалар.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

-үҙеңдең хәрби комиссариатыңа;

-контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);

-шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.

Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булһа), никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булһа), белем хаҡында документтар алығыҙ.

Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.

-2
-3