Найти в Дзене

Ҡулдары матурлыҡ ҡоя

Күптән түгел бала сағы Күгәрсен районында үткән, бөгөн Өфөлә йәшәүсе рәссам Ләйсән Әбдрәхимова менән танышыу форсаты тейҙе. Әңгәмәбеҙ башында уҡ уның картиналар төшөрөүҙе барлыҡ күңелен һалып башҡарыуын аңланым. - Картиналар ижад итеү тиклем оҡшай, уны эш һымаҡ та ҡабул итмәйем, – тине ул һис икеләнеүһеҙ. Был һөнәр эйәләренән ни тиклем ҙур һәләт, түҙемлек, эште аҙағына тиклем алып барып еткереү оҫталығы талап ителеүен һәр ҡайһыбыҙ аңлай. Ләйсән Мирхәт ҡыҙы ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше, тип уйлап ҡуйҙым, сөнки уның күңел ҡәнәғәтлеге алырҙай яратып башҡарыр эше бар. Һүрәт төшөрөүгә һәләте уның үҙен белә башлағандан, тиһәк тә, хата булмаҫ. Ата-әсәһе Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында бишенсе курста уҡыған сағында донъяға килә ул. Теүәл 20 йылдан, педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, үҙе лә ошо уҡ уҡыу йортона, ошо уҡ факультетҡа, ошо дөйөм ятаҡҡа әйләнеп ҡайта. Һүрәт төшөрөүгә һәләте бәләкәйҙән асыла. Кескәй сағынан мәшһүр рәссамда
Оглавление
    Ҡулдары матурлыҡ ҡоя
Ҡулдары матурлыҡ ҡоя

Ҡулдары матурлыҡ ҡоя

Рәссамдың һәр эше – күңел сағылышы ул.

Күптән түгел бала сағы Күгәрсен районында үткән, бөгөн Өфөлә йәшәүсе рәссам Ләйсән Әбдрәхимова менән танышыу форсаты тейҙе. Әңгәмәбеҙ башында уҡ уның картиналар төшөрөүҙе барлыҡ күңелен һалып башҡарыуын аңланым.

- Картиналар ижад итеү тиклем оҡшай, уны эш һымаҡ та ҡабул итмәйем, – тине ул һис икеләнеүһеҙ.

Был һөнәр эйәләренән ни тиклем ҙур һәләт, түҙемлек, эште аҙағына тиклем алып барып еткереү оҫталығы талап ителеүен һәр ҡайһыбыҙ аңлай. Ләйсән Мирхәт ҡыҙы ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше, тип уйлап ҡуйҙым, сөнки уның күңел ҡәнәғәтлеге алырҙай яратып башҡарыр эше бар.

Һүрәт төшөрөүгә һәләте уның үҙен белә башлағандан, тиһәк тә, хата булмаҫ. Ата-әсәһе Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында бишенсе курста уҡыған сағында донъяға килә ул. Теүәл 20 йылдан, педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, үҙе лә ошо уҡ уҡыу йортона, ошо уҡ факультетҡа, ошо дөйөм ятаҡҡа әйләнеп ҡайта.

Һүрәт төшөрөүгә һәләте бәләкәйҙән асыла. Кескәй сағынан мәшһүр рәссамдарҙың һүрәттәрен ҡарарға ярата. Ғәҙәттә, сабыйҙарға китапты йыртыу күренеше хас булһа, Ләйсән бер ҡасан да китаптарҙы туҙҙырмай, уларға һаҡсыл ҡарай. Шул мәлдә үк картиналарҙағы матурлыҡты күрә, тоя белгәндер.

VI класта уҡыған сағында уҡ портреттар эшләү менән мауыға. Махсус белеме булмаһа ла, уларҙы дөрөҫ итеп, ҡағиҙәгә тура килтереп төшөрөргә тырыша.Бәләкәй кластарҙа туғандарын һүрәткә төшөрә. Һуңыраҡ һинд фильмдары артистарының фотоларына ҡарап, портреттар булдыра.

Бала саҡтағы ҡыҙыҡһыныуы яйлап рәссамлыҡҡа юл аса. Ләйсәндең ижадын күпселек портреттар биләй, шулай пейзаждар, натюрморттар төшөрөргә ярата. Хәҙер уның 50-ләп портреты бар.

Күптән түгел Өфөлә сауҙагәр Чижовтың йортонда Ләйсәндең шәхси күргәҙмәһе асылды. Был – уның тәүге шәхси күргәҙмәһе. Унда рәссамдың 30-лап ижади эше ҡуйылған. Уның ижад өлгөләрен 21 февралгә тиклем барып күрергә мөмкин.

– Һүрәт төшөрөүҙән әйтеп бөтмәҫлек ҙур күңел ҡәнәғәтлеге алам. Төрлө картина төрлөсә яҙыла. Мәҫәлән, олатайымдың портреты тиҙ төшөрөлдө. Оҙаҡ килтереп сығара алмаған саҡтарым да була, – ти рәссам. – Рәссам юлын һайлауым үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Башҡа һөнәр менән дә шөғөлләнеп ҡараным, ләкин бик тиҙ минең эшем картиналар төшөрөү икәнен аңланым, – тип өҫтәп ҡуйҙы ул, ҡәнәғәт йылмайып.

Бына шундай таланттар йәшәй арабыҙҙа. Ижады менән донъяға матурлыҡ өләшә, ҡот тарата Ләйсән Әбдрәхимова.

Нәсих Хәлисов фотолары.