Тәнде физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу өсөн 10 кәңәш: 1. Ғибәҙәт ҡылыуға айырым иғтибар бүлегеҙ: сүрәләр ятлағыҙ, уҡырға теләгән дини китаптарығыҙҙы әҙерләп ҡуйығыҙ. Аллаһ тәғәләгә яҡынайыу, Уның ризалығын алыу өсөн, ғәҙәттәгегә ҡарағанда күберәк ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. 2. Рамаҙан айында насарлыҡ килтергән барлыҡ эштәрҙән ары торорға кәрәк. Күңел торошон ыңғай яҡҡа, яҡшы эштәр эшләүгә, ярҙам итеүгә йүнәлтеү хәйерле һәм сауаплы булыр. 3. Көндәлек ашаған ризыҡтың күләмен кәметегеҙ. Был организмға әҙерләнеү, күнегеү булыр. 4. Ғәҙәттәгенән иртәрәк ашағыҙ. Аш эшкәртеү системаһы ла өйрәнә торһон. 5. Иртәнге һәм төшкө, төшкө һәм киске аш араһында ашауҙарҙы туҡтатығыҙ. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ ҡағиҙәһен онотмағыҙ. 6. Ҡәһүәнән баш тартығыҙ, сөнки ул организмдағы һыуҙы кәметә. Ә ураҙа тотҡанда һыу тән өсөн мөһим ресурс булып тора. 7. Тәмәке тартыуҙы ташлағыҙ. Әгәр Рамаҙанда ҡапыл ташлаһағыҙ, был өҫтәмә стресс булыр. Шуға күрә, был насар ғәҙәттән хәҙерҙән үк тыйылығыҙ. 8. Һәйбәт итеп йоҡ