! Илдар Салихйән улы Хәмитов етәкләгән Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты Урал аръяғы төбәге өсөн милли кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә, Башҡортостандың юғары белем биреү һәм фән өлкәһендә лайыҡлы урынды биләй. Сибай институты Баймаҡ районы хакимиәте, мәғариф бүлеге, мәктәптәре һәм Ҡоролтайы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм был үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Уҡыу йортоноң педагогик коллективын Рәсәй фәне көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткереп ҡалабыҙ!