Найти в Дзене
"Урал" гәзите

📽️ Ҡаҙағстанда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, яҡташыбыҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса төшөрөлгән «Тастамашы, ана!» («Ҡалдырма

, әсәй!») нәфис фильмының премьераһы үтте. Әйткәндәй, был Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса төшөрөлгән тәүге фильмдарҙың береһе. Режиссеры – Рабиға Абилпатта, сценарий авторы – Бекзат Мырҙахмәт, продюсерҙары – Жадыра Скабыл һәм Дархан Балажанов. - Алматаға килеп төшөү менән бөтә ерҙә киноның баннерҙарын күреп иҫем китте. Хатта премьераға махсус рәүештә фильмдан төрлө кадрҙар менән «Тастамашы, ана!» китабын нәшер иткәндәр, - тип белдерҙе Айгиз Баймөхәмәтов. Жадыра Скабыл бик күп популяр ҡаҙаҡ фильмдарын һәм сериалдарын төшөргән шәхес булараҡ билдәле. - Улымдың кәңәше буйынса мин дә был китапты уҡып сыҡтым. Әҫәрҙең ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, фильм төшөрөү теләге менән янып киттем, - тине ул. Айгиз Баймөхәмәтовтың ижады Ҡаҙағстанда киң билдәле. Уның ҡаҙаҡ телендә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашыу.

📽️ Ҡаҙағстанда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, яҡташыбыҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса төшөрөлгән «Тастамашы, ана!» («Ҡалдырма, әсәй!») нәфис фильмының премьераһы үтте.

Әйткәндәй, был Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса төшөрөлгән тәүге фильмдарҙың береһе. Режиссеры – Рабиға Абилпатта, сценарий авторы – Бекзат Мырҙахмәт, продюсерҙары – Жадыра Скабыл һәм Дархан Балажанов.

- Алматаға килеп төшөү менән бөтә ерҙә киноның баннерҙарын күреп иҫем китте. Хатта премьераға махсус рәүештә фильмдан төрлө кадрҙар менән «Тастамашы, ана!» китабын нәшер иткәндәр, - тип белдерҙе Айгиз Баймөхәмәтов.

Жадыра Скабыл бик күп популяр ҡаҙаҡ фильмдарын һәм сериалдарын төшөргән шәхес булараҡ билдәле.

- Улымдың кәңәше буйынса мин дә был китапты уҡып сыҡтым. Әҫәрҙең ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, фильм төшөрөү теләге менән янып киттем, - тине ул.

Айгиз Баймөхәмәтовтың ижады Ҡаҙағстанда киң билдәле. Уның ҡаҙаҡ телендә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашыу.

-2
-3