Башҡортостанда 2022 йылдан донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең «Милли тикшеренеү үҙәге лекторийы» күләмле ғилми-ағартыу проекты тормошҡа ашырыла. Был башланғыс илдә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығына (Десятилетия науки и технологий) ярашлы эшләй башланы һәм «Фән эргәлә» федераль башланғысына инә. Ошо хаҡта ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһынан хәбәр иттеләр. Проект илдең алдынғы ғалимдары һәм төбәктең ғилми йәштәре араһында интеллектуаль диалог өсөн тотороҡло майҙансыҡҡа әүерелде. Ошо ваҡыт эсендә Лекторий үҙенең майҙансығында Рәсәйҙең алдынғы фәнни үҙәктәренән 40-тан ашыу ғалимды берләштергән, ә көндөҙгө сараларҙа 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, улар араһында юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалар студенттары, аспиранттары һәм йәш тикшеренеүселәр – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусылар. – Фәнни-белем биреү үҙәгенең лекторийы – республика ғилми-белем биреү үҙәгенең төп проекттарының береһе. Был белемде трансляциялау ғына түгел, к