Найти в Дзене
Ейәнсура таңдары

Ҡырҡ бишен тултырған еҙнә кеше был тәҡдимде бик хуп күрә

Йәмилә был хәбәрҙе иртә менән ишетә. Йөрәге өҙгөләнгән, ағарынып киткән ҡыҙыҡай тиҙерәк кис булыуын, көтөү ҡайтҡанын көтә. Йәш йөрәк түҙмәй, бер ике күлдәген, яулығын төйөнсөккә төйнәй ҙә осрашыу урынына – шишмә буйына китә. Бер үҙе илап, төн буйына һөйгәнен көтә. Минуты – сәғәт, сәғәте көн булып тойола. Ләкин Харис килмәй. Ҡыҙҙың юғалғанын белеп, ағалары уны таңға ғына барып эҙләп таба. Атаһы никах уҡытҡансы, тип уны келәткә ябып ҡуя. Иртәгә мулла киләсәк, никах уҡытасаҡтар. Икенсе кистә 17 йәшлек саф ҡыҙыҡай 45 йәшлек ир ҡуйынына инәсәк... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-02-06/v-y-g-4566852

Ҡырҡ бишен тултырған еҙнә кеше был тәҡдимде бик хуп күрә. Йәмилә был хәбәрҙе иртә менән ишетә. Йөрәге өҙгөләнгән, ағарынып киткән ҡыҙыҡай тиҙерәк кис булыуын, көтөү ҡайтҡанын көтә. Йәш йөрәк түҙмәй, бер ике күлдәген, яулығын төйөнсөккә төйнәй ҙә осрашыу урынына – шишмә буйына китә. Бер үҙе илап, төн буйына һөйгәнен көтә. Минуты – сәғәт, сәғәте көн булып тойола. Ләкин Харис килмәй. Ҡыҙҙың юғалғанын белеп, ағалары уны таңға ғына барып эҙләп таба. Атаһы никах уҡытҡансы, тип уны келәткә ябып ҡуя. Иртәгә мулла киләсәк, никах уҡытасаҡтар. Икенсе кистә 17 йәшлек саф ҡыҙыҡай 45 йәшлек ир ҡуйынына инәсәк...

https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-02-06/v-y-g-4566852