Фәнил Бикҡужин фонд эше менән танышҡан “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусы Фәнил Бикҡужин Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов менән бергә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы эше менән танышҡан. Был турала “Башҡортостан геройҙары”ның рәсми сәхифәһендә уҡырға мөмкин. Филиал урынлашҡан бинаға ремонт үткәреп, уны уҙған йылдың декабрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында тантаналы шарттарҙа асҡайнылар. Хәҙер 515 квадрат метр тәшкил иткән майҙанда заманса инфраструктура булдырылған. Бында психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү кабинеттары, реабилитация өсөн техник алымдар бүлмәһе, релаксация мөйөшө һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү өсөн махсус зал бар. Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина фонд алып барған күләмле эштәр тураһында һөйләгән. Осрашыу ваҡытында ҡунаҡтар шулай уҡ спортсылар менән аралашҡан, дүрт тапҡыр Паралимпиада чемпионы Ирек Зарипов үткәргән эш кәңәшмәһен тыңлаған. Сығанаҡ: vk.com/geroi_bashkortostana