3 февралдә кисен Бәләбәй – Аксаков – Аксен автомобиль юлының 27-се километрында “Лада Гранта” һәм “КамАЗ” автомобилдәре бәрелешеүе һәм унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Бәрелеш көсө шул тиклем ҙур була, хатта еңел машина танымаҫлыҡ булып иҙелә. Мәғлүм булыуынса, “Лада Гранта” рулендә Миәкә районынан 59 йәшлек ир ултырған. Ул автомобилгә идараны юғалта, һөҙөмтәлә транспорт ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “КамАЗ”ға бәрелә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә водитель үҙе һәм 47, 61 һәм 67 йәшлек өс ҡатын-ҡыҙ — пассажир һәләк була. Уларҙың барыһы ла Миәкә районында йәшәгән. Бәләбәй районынан булған йөк автомобиленең 52 йәшлек водителе зыян күрмәгән. Белгестәр билдәләүенсә, фажиғәлә насар һауа шарттары хәл иткес роль уйнай: ул кистә төбәктә көслө ҡар яуа, күреү мөмкинлегенең ҡырҡа кәмеүе һәм юлдың ҡар менән ҡапланыуы үтә хәүефле хәл тыуҙыра. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй, трассаларҙың бер өлөшө ваҡытлыса ябыла, ә водителдәрҙе бындай шарттарҙа йөрөүҙән баш тартыу тураһында