Махсус хәрби операция башланғандан алып, исемле батальондар булдырылыуҙың тәүге көндәренән үк Башҡортостан подразделениеларҙы пилотһыҙ осоу аппраттары менән тәьмин итә. Шулай ҙа 2022 йылда хәрби тәғәйенләнештәге яңы ҡорамалдарҙа эшләү буйынса белгестәр етмәне. Шуға хәрби күнекмәнән һуң хәрбиҙәр өҫтәмә рәүештә дрондарҙы өйрәнде һәм үҙаллы яңы фәнде үҙләштерҙе. Хәҙер улар юғары класлы белгестәр булараҡ, махсус хәрби операциялағы тәжрибәне йәштәргә тапшыра. Республика Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов Башҡортостан яугирҙәренең фронтта ҙур тәжрибә туплауы тураһында белдерҙе. Шуны белеү мөһим, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары йыраҡтан эшләй. Дрондарға идара итеү пультынан яу һыҙатына саҡлы бер нисә тиҫтә километр бар, был дрон менән эшләүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефһеҙлекте лә күпкә кәметә. Махсус хәрби операция зонаһындағы коптерҙар урынды өйрәнә, дошмандың позицияһын разведкалай, кәрәк саҡта һөжүм итә, хатта йөк алып барып еткерә. Ләкин