📝Уҡыусылар МХО ветерандары менән осрашты. Иҫке Сибай урта мәктәбендә махсус хәрби операция ветерандары Ишмурзин Рөстәм Ғаяз улы һәм Файзуллин Ильнур Булат улы менән осрашыу үтте. Яугирҙәр уҡыусылар алдында сығыш яһап, хәрби хеҙмәткә, илһөйәрлеккә ҡағылышлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ математика ,география, инглиз телен яҡшы белеү күп осраҡта ярҙам итеүен белдерҙеләр. Балалар ҡунаҡтарға махсус хәрби операцияла йәшәү шарттары, наградалары һәм хәрби хәрәкәттәр тураһында һорауҙар бирҙе. Ветерандарыбыҙ уҡыусыларҙың барлыҡ һорауҙарына ла ентекле яуап бирҙе, балаларға изге теләктәрен еткереп, алғы һыҙыҡта балаларҙың открыткаларын һәм хаттарын айырыуса тулҡынланып уҡыуҙарын билдәләне. Сара аҙағында уҡыусылар яугирҙәребеҙгә иҫтәлеккә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләк тапшырҙылар. Осрашыу дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.