Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Асҡын халҡына рәхмәт"

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәбәр итеүенсә, улар сираттағы мәртәбә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам алып барған.
“Ылауҙа яҡташтарыбыҙ өсөн тупланған посылкалар һәм төҙөлөш материалдары булды. Уларҙы йыйыуҙа, алып барыуҙа ярҙам иткән барлыҡ Асҡын халҡына рәхмәт, – тип белдерҙе Динис Йосопов. – Беҙ ошо эштән туҡтамайбыҙ, сираттағы ярҙам партияһын әҙерләйбеҙ – Ватан һаҡсылары хәстәрлегебеҙҙе, күңел йылыбыҙҙы тойһон”.
Район хакимиәте башлығы ирекмәндәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Улар тылда өҙлөкһөҙ хеҙмәт күрһәтә, бар күңелен, ҡул көсөн дөйөм эшкә – Еңеүҙе яҡынайтыуға һала, – тип яҙҙы Динис Йосопов. – Ирекмәндәр – беҙҙең замандың ысын ҡаһармандары. Киң күңелле, оло йөрәкле улар. Һәр саҡ ресурс, көс, ваҡыт табып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә туҡтауһыҙ булышлыҡ ҡылалар, уларҙа еңеүгә ышанысты арттыралар. Һеҙҙең эшегеҙ – ысын ватансылыҡ, кешелеклелек, Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү өлгөһө
Оглавление
    "Асҡын халҡына рәхмәт"
"Асҡын халҡына рәхмәт"

"Асҡын халҡына рәхмәт"

"Сираттағы ярҙам партияһын әҙерләйбеҙ – Ватан һаҡсылары хәстәрлегебеҙҙе, күңел йылыбыҙҙы тойһон”.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәбәр итеүенсә, улар сираттағы мәртәбә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам алып барған.

“Ылауҙа яҡташтарыбыҙ өсөн тупланған посылкалар һәм төҙөлөш материалдары булды. Уларҙы йыйыуҙа, алып барыуҙа ярҙам иткән барлыҡ Асҡын халҡына рәхмәт, – тип белдерҙе Динис Йосопов. – Беҙ ошо эштән туҡтамайбыҙ, сираттағы ярҙам партияһын әҙерләйбеҙ – Ватан һаҡсылары хәстәрлегебеҙҙе, күңел йылыбыҙҙы тойһон”.

Район хакимиәте башлығы ирекмәндәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Улар тылда өҙлөкһөҙ хеҙмәт күрһәтә, бар күңелен, ҡул көсөн дөйөм эшкә – Еңеүҙе яҡынайтыуға һала, – тип яҙҙы Динис Йосопов. – Ирекмәндәр – беҙҙең замандың ысын ҡаһармандары. Киң күңелле, оло йөрәкле улар. Һәр саҡ ресурс, көс, ваҡыт табып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә туҡтауһыҙ булышлыҡ ҡылалар, уларҙа еңеүгә ышанысты арттыралар. Һеҙҙең эшегеҙ – ысын ватансылыҡ, кешелеклелек, Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү өлгөһө. Көсөбөҙ – берҙәмлектә”.

Фото Д. Йосоповтоң сәхифәһенән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

-2