Спорт ярыштарының барыһын да берләштерә, дуҫлаштыра, сәләмәт тормош алып барыуға һәм алға маҡсаттар ҡуйып йәшәүгә өндәй торған үҙенсәлеге бар. Өҫтәүенә, беҙҙә төрлө тармаҡ вәкилдәренең спорт ярыштарын даими үткәреүе матур йолаға әүерелде. Күптән түгел медицина хеҙмәткәрҙәре Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип Филипп Кургаев иҫтәлегенә 51-се республика саңғы ярыштарын үткәрҙе. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ойошторған сарала республиканың төрлө медицина ойошмаларынан 64 команда һәм 346 спорт һөйөүсе ҡатнашты. Улар араһында баш табиптар, профсоюз ойошмалары рәйестәре, табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа аҡ халатлылар бар ине. Әйткәндәй, был ярыштар йыл һайын үткәрелә һәм былтыр маҡтаулы ҡунаҡтар араһында Минск өлкәһе һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы делегацияһы вәкилдәре лә булды. Был ойошма менән Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы араһында күп йылдар эсендә яҡш