Әбйәлил районының Ҡусҡар ауылында ла был байрамды күптән үткәреп киләләр икән. Уҙған йылдарҙа байрам иҫтәлек-хәтирәләргә, кизе шәлдәр, француз яулыҡ тарихына арналған булһа, быйылғыһын улар бәйләнгән шәлгә арнаған. Сара уҙғарылған китапханала яулыҡ тураһында яҙылған шиғырҙар авторҙарының китаптарынан күргәҙмә эшләгәндәр. “Шәл бәйләнем” тип исемләнгән күркәм байрамда ауылдың оҫта шәл бәйләүселәре һәм әсәй-ҡәйнәләренең ҡомартҡылары – дебет шәлдәрен һаҡлаусылар ҡатнашҡан. – Шәл бәйләү оҫтаһы Ғәйнур инәй Дәүләтбаеваға 83 йәш. Уның хатта атлап барғанда ла ҡулынан бәйләмен төшөрмәүен хәтергә алдыҡ. Рәйлә еңгәй Сәйфуллинаны ла ауылдаштары уңған оҫтабикә булараҡ белә. Сулпан Дәүләтбаева, Флүрә Таһирова, Ғәйнур Дәүләтбаева, заманында алдынғы булып танылған һауынсылар, йәйләүгә китергә машина көткәндә лә шәл бәйләүҙәрен иҫкә алдылар. Педагогик хеҙмәт ветераны Гөлдәр Хәтип ҡыҙы ул осорҙағы хеҙмәттәрҙең тик ҡул көсө менән башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, Фәһимә апай, Ғәрибә, Дилә еңгәйҙәр шәл бәйл