Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында төнгөһөн ут сығыуы тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр иттеләр. Карл Маркс урамында ағас йорт янып киткән. Янғын һүндереүселәр утты һүндерә, бәхеткә ҡаршы, ҡорбандар юҡ. Йортта дүрт балалы ғаилә йәшәгән.Ҡыҙҙарҙың иң кесеһе төндә уянып китеп, өйҙә төтөн таралыуын һиҙгән. Ул тиҙ генә әсәһен уятҡан һәм бөтәһе лә йорттан сығырға өлгөргән. Янғындан һуң ғаилә ваҡытлыса туғандарында йәшәп торасаҡ. Әле янғын сәбәбе асыҡлана, урында ведомство тикшереүселәре эшләй. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һаҡ һәм уяу булығыҙ. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Оглавление
    Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Ишле ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Ҡыҙҙарҙың иң кесеһе, төндә уянып китеп, өйҙә төтөн таралыуын һиҙгән.

Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында төнгөһөн ут сығыуы тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр иттеләр.

Карл Маркс урамында ағас йорт янып киткән. Янғын һүндереүселәр утты һүндерә, бәхеткә ҡаршы, ҡорбандар юҡ. Йортта дүрт балалы ғаилә йәшәгән.Ҡыҙҙарҙың иң кесеһе төндә уянып китеп, өйҙә төтөн таралыуын һиҙгән. Ул тиҙ генә әсәһен уятҡан һәм бөтәһе лә йорттан сығырға өлгөргән. Янғындан һуң ғаилә ваҡытлыса туғандарында йәшәп торасаҡ. Әле янғын сәбәбе асыҡлана, урында ведомство тикшереүселәре эшләй.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һаҡ һәм уяу булығыҙ.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.