Алгис Кәримов хәрби хеҙмәткә саҡырылып, башта Псковта спецназ часында хеҙмәт итә. 2022 йылда мобилизациялана һәм разведкаға эләгә. Тап шул саҡта уларға өс танк экипажы ярҙамында дошмандың 200-ҙән ашыу һалдаты һәм 20-нән ашыу техникаһы башлаған һөжүмде туҡтатырға тура килә. Был алыш өсөн Алгис Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Һуңыраҡ ул командирын ут аҫтынан алып сыҡҡан өсөн «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын ала. Авдеевканы азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 2023 йылда, алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу киң таралғас, хәрби хеҙмәткәр яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр араһында була. Ул ваҡытта операторҙарҙың штат вазифалары булмай, яугирҙар үҙҙәре инициатива күрһәтә. – Мин өлкән разведчик-снайпер булып хеҙмәт иттем, әммә пилотһыҙ аппараттар менән эшләнем, - тип хәтерләй Алгис. Телефонға FPV-дрон симулятор ҡушымтаһын күсереп алып, күнекмәләр үттем. Тыл зонаһындағы уҡыу үҙәгенә килгәс, инструктор мине пульт артына ултыртты, минең нис