Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәге 63 йылдан һуң иҫке бинаһынан яңы, заман талаптарына ярашлы төҙөлгән, мәғлүмәт үҙәгенә күсте. Был ваҡиға ойошмала эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн генә түгел, шулай уҡ бөтә яҡташтары, коллегалары өсөн дә ҙур ҡыуаныс, көтөп алған ваҡиға. Ҡариҙелдәрҙең һәм коллегаларының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агенты етәксеһе Максим Владимир улы Ульчев, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин, шулай уҡ Краснокама, Тәтешле, Борай, Балтас, Асҡын, Мишкә райондарының, Нефтекама ҡалаһының баш мөхәрирҙәре, хеҙмәт ветернадары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар ҡариҙелдәрҙе ошо тантаналы һәм тарихи көн менән ихлас ҡотлап район мәғлүмәт үҙәгенә үҫешергә, артабан да гәзит уҡыусыларҙы Башҡортостандың һәм райондың ҡыҙыҡлы