Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Төбәктә аграр белем биреүгә 9,8 миллион һум йүнәлтелә

2026 йылда Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм агрокластар уҡытыусыларына дәртләндереү түләүҙәре өсөн 9,8 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Ярҙам «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектына ярашлы күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына берлектәге проекттарҙа ҡатнашыусы агрокласс уҡытыусылары һәм юғары уҡыу йортоноң ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн дәртләндереү рәүешендә түләүгә сығымдарҙың 90 процентын компенсациялауҙы күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда милли проект буйынса түләүҙәрҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының 42 уҡытыусыһы алды. Уҙған йылда финанслау күләме 1,4 миллион һум тәшкил иткән. - 2026 йылда республикала «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектын тормошҡа ашырыу әүҙем дауам итәсәк. Белгестәргә
Оглавление
    Төбәктә аграр белем биреүгә 9,8 миллион һум йүнәлтелә
Төбәктә аграр белем биреүгә 9,8 миллион һум йүнәлтелә

Төбәктә аграр белем биреүгә 9,8 миллион һум йүнәлтелә

2025 йылда милли проект буйынса түләүҙәрҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының 42 уҡытыусыһы алды. Уҙған йылда финанслау күләме 1,4 миллион һум тәшкил иткән.

2026 йылда Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм агрокластар уҡытыусыларына дәртләндереү түләүҙәре өсөн 9,8 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Ярҙам «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектына ярашлы күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына берлектәге проекттарҙа ҡатнашыусы агрокласс уҡытыусылары һәм юғары уҡыу йортоноң ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн дәртләндереү рәүешендә түләүгә сығымдарҙың 90 процентын компенсациялауҙы күҙ уңында тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда милли проект буйынса түләүҙәрҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының 42 уҡытыусыһы алды. Уҙған йылда финанслау күләме 1,4 миллион һум тәшкил иткән.

- 2026 йылда республикала «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектын тормошҡа ашырыу әүҙем дауам итәсәк. Белгестәргә ярҙам итеү менән бер рәттән, белем биреү инфраструктураһын артабан үҫтереү ҙә ҡаралған. Улар – Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын ремонтлау һәм йыһазландырыу, өс мәктәптә агротехнологик кластар асыу һәм йыһазландырыу, «Агропрофи» сараһында ҡатнашыу, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектының төп маҡсаты – агросәнәғәт комплексы предприятиеларын хеҙмәткәрҙәр менән 2030 йылға 95 процентҡа тәьмин итеү.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!