Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ

2025 йылда Өфөлә һигеҙ светофор объекты яңыртылды һәм Интеллектуаль транспорт системаһын (ИТС) ғәмәлгә индереү сиктәрендә 28 транспорт видеодетекторы ҡуйылды. Эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. Подряд ойошмаһы Әй, Комсомол, Вологда һәм Софья Перовская урамдары сатында светофорҙарҙы алмаштыра. – Белгестәр был светофор объекттарында адаптив координацияланған эш режимын көйләне. Был баш ҡаланың иң тығыҙ урамдарында светофорҙарҙың йәшел һәм ҡыҙыл сигналдарының оҙонлоғон көйләргә мөмкинлек бирә. “Интеллектуаль транспорт системалары”н ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә был урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ тип күҙаллана, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ИТС-ты индереү биш этапта бара һәм 2022-2026 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Тәүге дүрт этапта,
Оглавление
    Урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ
Урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ

Урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ

2025 йылда Өфөлә милли проект сиктәрендә һигеҙ светофор яңыртылды.

2025 йылда Өфөлә һигеҙ светофор объекты яңыртылды һәм Интеллектуаль транспорт системаһын (ИТС) ғәмәлгә индереү сиктәрендә 28 транспорт видеодетекторы ҡуйылды. Эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

Подряд ойошмаһы Әй, Комсомол, Вологда һәм Софья Перовская урамдары сатында светофорҙарҙы алмаштыра.

– Белгестәр был светофор объекттарында адаптив координацияланған эш режимын көйләне. Был баш ҡаланың иң тығыҙ урамдарында светофорҙарҙың йәшел һәм ҡыҙыл сигналдарының оҙонлоғон көйләргә мөмкинлек бирә. “Интеллектуаль транспорт системалары”н ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә был урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ тип күҙаллана, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ИТС-ты индереү биш этапта бара һәм 2022-2026 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Тәүге дүрт этапта, 2022-2025 йылдарҙа, Өфөлә бөтәһе 148 светофор яңыртылды. Баш ҡала урамдарында ИТС индереү 2026 йылда ла дауам итәсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырыла.

Фото: transport.bashkortostan.ru.