2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә 221 километр терәк юл селтәрен норматив хәлгә килтерҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Мәҫәлән, 2025 йылда Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе, Белорет — Учалы — Мейәс, Магнитогорск — Ира, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Кушнаренко − Саҡмағош — Баҡалы, Өфө — Инйәр — Белорет һәм башҡа юлдарҙа эштәр башҡарылды. Төп юлдар район үҙәктәрен республиканың баш ҡалаһы Өфө менән бәйләй. Улар мөһим туристик урындарға, транспорт төйөндәренә, эре сәнәғәт объекттарына һәм кластерҙарға алып бара. Был трассалар шулай уҡ федераль юлдарға сығыуҙы тәьмин итә. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова, бындай транспорт артериялары юлсылар яғынан айырым иғтибар талап итә, тине. Башҡортостандың юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо – 4 мең километр самаһы. Шуларҙың 3188 километры — төбәк әһәмиәтендәге юлдар. Президент Вл