Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡото осҡан ҡыҙ ике ҡуллап егеткә йәбеште...

Етмеш йәштән уҙған Сәлим бабай йорт эргәләрендә экәмйәгә сығып ултырырға ярата. Бар ғүмере ошо бәләкәй генә ҡалала үтте. Бөгөн дә иртән тороп сәй эсеү менән саф һауа һулап керергә булды. Иртәнге һиллек күңел рәхәтлеге бирә. Шул ваҡыт бер ирҙең тупаҫ тауышы уның уйҙарын бүлде. –Башым ярылып бара. Бир бер шешәлек аҡса. Үлгәнемде теләйһеңме ни? –Ҡайҙан аҡса алайым. Улыбыҙға балалар баҡсаһына сығырылыш байрамына бирерлек кенә аҡсам бар. Уныһын да кешенән алып торҙом, бөгөн һуңғы көн тапшырырға, – ти эргәһендә биш йәштәр тирәһендәге баланы етәкләп китеп барған ҡатыны. –Мин үлер сиккә етеп сирләйем. Һиндә байрам ҡайғыһы, – ир ҡапыл ярһып ҡатынының ҡулындағы сумкаһын тартып алып кире яҡҡа йүгерҙе. –Балаға кәрәк ине бит. Хәҙер ҡалайтам инде, – тип күҙ йәшенә быуылып балаһын ҡосаҡлап тороп ҡалды ҡатын. Эх, йәш сағы булһа, теге ирҙе ҡыуып тотоп ҡатындың сумкаһын кире ҡайтарыр ине лә бит. Юҡ шул, көсө ташып торған ваҡыты үткән. Ҡатын-ҡыҙҙы йәберләгән ирҙәрҙе йәне һөймәй уның. Заманында атаһы ла
Оглавление
    Ҡото осҡан ҡыҙ ике ҡуллап егеткә йәбеште...
Ҡото осҡан ҡыҙ ике ҡуллап егеткә йәбеште...

Ҡото осҡан ҡыҙ ике ҡуллап егеткә йәбеште...

Илап, шешенеп бөткән, ҡурҡышынан дерелдәп торған ҡыҙ Сәлимде юлға сыҡҡансы ысҡындырманы. Егет уны йортона тиклем оҙатып ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙы йәберләгән ирҙәрҙе бала сағынан ене һөймәй уның... Әсәһен дә атаһы

Етмеш йәштән уҙған Сәлим бабай йорт эргәләрендә экәмйәгә сығып ултырырға ярата. Бар ғүмере ошо бәләкәй генә ҡалала үтте. Бөгөн дә иртән тороп сәй эсеү менән саф һауа һулап керергә булды. Иртәнге һиллек күңел рәхәтлеге бирә. Шул ваҡыт бер ирҙең тупаҫ тауышы уның уйҙарын бүлде.

–Башым ярылып бара. Бир бер шешәлек аҡса. Үлгәнемде теләйһеңме ни?

–Ҡайҙан аҡса алайым. Улыбыҙға балалар баҡсаһына сығырылыш байрамына бирерлек кенә аҡсам бар. Уныһын да кешенән алып торҙом, бөгөн һуңғы көн тапшырырға, – ти эргәһендә биш йәштәр тирәһендәге баланы етәкләп китеп барған ҡатыны.

–Мин үлер сиккә етеп сирләйем. Һиндә байрам ҡайғыһы, – ир ҡапыл ярһып ҡатынының ҡулындағы сумкаһын тартып алып кире яҡҡа йүгерҙе.

–Балаға кәрәк ине бит. Хәҙер ҡалайтам инде, – тип күҙ йәшенә быуылып балаһын ҡосаҡлап тороп ҡалды ҡатын.

Эх, йәш сағы булһа, теге ирҙе ҡыуып тотоп ҡатындың сумкаһын кире ҡайтарыр ине лә бит. Юҡ шул, көсө ташып торған ваҡыты үткән.

Ҡатын-ҡыҙҙы йәберләгән ирҙәрҙе йәне һөймәй уның. Заманында атаһы ла әсәһен ныҡ рәнйетте.Үҫә килә үҫмер әсәһен яҡлаша башланы. Бала сағынан һалынған уға гүзәл заттарҙы яҡлау, һаҡлау хисе.

Әле лә хәтерендә йәш сағында, ҡалаға саҡ күсеп йәшәй генә башлағайны. Ошо парк аша өйөнә ҡайтып барғанында ике егеттең йәш кенә ҡыҙға бәйләнгәненә иғтибар итте. Теге ҡыҙ илап бөткән. Ярҙам һорап ҡысҡырып ҡарай, эргәһенә килеүсе юҡ.

Оҙаҡ уйлап торманы Сәлим. “Һә” тигәнсә барып та етте.

–Егеттәр, был ҡыҙға берәй һорауығыҙ бар инеме әллә? – тип ҡыҙға килеп йәбешкәнен һалып та осорҙо. Икенсеһе яҡынлағайны, уныһы ла кәрәген алды. Йәштән спорт менән шөғөлләнгән ауыл егетенең көсө лә, таһыллығы ла бар ине.

Илап, шешенеп бөткән, ҡурҡышынан дерелдәп торған ҡыҙ Сәлимгә ике ҡуллап йәбеште һәм юлға сыҡҡансы ысҡындырманы. Сәлим уны йортона тиклем оҙатып ҡуйҙы.

–Ҙур рәхмәт һиңә. Ярҙамға кемдеңдер килеренә өмөтөм дә ҡалмағайны, – шул тиклем рәхмәтле ҡарашы менән баҡты ҡыҙ егеткә.

Ул ваҡытта кеҫә телефоны булманы. Ҡыҙҙы башҡаса тап итмәне егет. Әллә нисәмә йылдан шул ваҡиғаны хәтерләп ултырыуы.

Заман үҙгәрһә лә, кешелек ҡиммәттәре бер ҡасан да үҙгәрмәй шул.

Автор фотоһы.