Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Барыһы ла ғаиләнән башлана

2026 йылдың илдә – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе дәүләт власы органдарының һәм йәмғиәттең берҙәм эше өсөн ҙур офоҡтар аса. - Ҙур, татыу ғаилә – республика, тотош ил өсөн көс һәм тотороҡлолоҡ нигеҙҙәре. 2020 йылда уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы балалар тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған һәм ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләүҙе ойошторҙо. Конкурс ғаилә ҡиммәттәрен һәм атай ролен таратыу йәһәтенән ҙур өлөш индерә. Бындай бәйгеләр башҡа төбәктәрҙә лә ойошторола башланы, - тине сығышында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина. – Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Фәррәхова республикабыҙҙа дәүләт медицина ярҙамы сифатын һәм унан файҙалана алыуҙы күтәреү өсөн барлыҡҡа килгән “Здравконтроль” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төркөмгә етәкселек итә. Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүе “Бөгөн ҙур һәм т
Оглавление
    Барыһы ла ғаиләнән башлана
Барыһы ла ғаиләнән башлана

Барыһы ла ғаиләнән башлана

“Бөгөн ҙур һәм татыу ғаилә” тигән темаға арналған "түңәрәк өҫтәл" һөйләшеүе үткәрелде.

2026 йылдың илдә – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе дәүләт власы органдарының һәм йәмғиәттең берҙәм эше өсөн ҙур офоҡтар аса.

- Ҙур, татыу ғаилә – республика, тотош ил өсөн көс һәм тотороҡлолоҡ нигеҙҙәре. 2020 йылда уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы балалар тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған һәм ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләүҙе ойошторҙо. Конкурс ғаилә ҡиммәттәрен һәм атай ролен таратыу йәһәтенән ҙур өлөш индерә. Бындай бәйгеләр башҡа төбәктәрҙә лә ойошторола башланы, - тине сығышында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина. – Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Фәррәхова республикабыҙҙа дәүләт медицина ярҙамы сифатын һәм унан файҙалана алыуҙы күтәреү өсөн барлыҡҡа килгән “Здравконтроль” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төркөмгә етәкселек итә.

Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүе “Бөгөн ҙур һәм татыу ғаилә” тигән темаға арналды. Унда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары, өлкән йәштәгеләрҙе ҡарау, шулай уҡ муниципалитеттарҙың ғаиләгә ярҙам саралары, ғаилә ҡиммәттәре һәм башҡалар тураһында һүҙ барҙы.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы етәксеһе Илнара Сатаева, “Ғаилә” республика ресурстар үҙәге директоры урынбаҫары Ангелина Девятерикова, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге директоры Радмир Мөхәмәҙиев, “Именлек” республика геронтология үҙәге етәксеһе Зөлфирә Маскулова сығыш яһаны. “Түңәрәк өҫтәл” модераторы республиканың Йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, хәйриә, ғаилә һәм балалар мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы Роза Хужина булды.

Сарала, Башҡортостанда граждандарға социаль ярҙам мәсьәләләренең көнүҙәклеген һәм мөһимлеген иҫәпкә алып, айырым категория граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы бирелеүе тураһында ла һүҙ булды. 2011 йылдан ер участкаһын алыу буйынса иҫәпкә 97232 граждан ҡуйылған. Быйыл ғинуарҙа уларҙың 80 проценты – 74 меңдән ашыу кеше – ер участкаһы менән тәьмин ителгән. Былтыр республикала льготаға эйә булған граждандарға 1917 ер участкаһы бирелгән.

Ярҙамдың альтернатив сараһын – бер тапҡыр 250 мең һум күләмендә аҡсалата түләү биреү льготаға эйә булған граждандарҙы тәьмин итеү йәһәтенән һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшергә булышлыҡ иткән.

Автор фотолары.