Салауат ҡалаһынан 43 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылдың ноябрендә ул социаль селтәрҙә аралашыу барышында инвестиция ярҙамында ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында белеп ҡалған. Ошондай компания етәксеһе менән таныштырғандар, уҡытыу курстары уҙғарылған. Инвестицияны бәләкәй генә суммаларҙан башлағандар. Һуңынан, яҡшы табыш алыу өсөн ҙур аҡса һалырға күндергәндәр. Ялған инвестиция белгестәренә ышанған ҡатын 10 миллион һумын һәм уға өҫтәп 8 миллион һум кредит аҡсаһын инвестиция иҫәбенә күсергән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡатын табышын сығарып алырға ниәтләгән, унан өҫтәп тағы 3 миллион һум һорағандар, ошонан һуң ғына мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлап ҡалған. Һаҡ булығыҙ!