Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала. Республикала медицина күрһәткестәренә ярашлы, «Әсә һәм бала» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, балаларҙы һауыҡтырыу өлкәһендә ойошторолған саралар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне.