Башҡортостан республикаһы 2025 йылда ауыл хужалығы продукцияһын донъяның 35 иленә экспортлаған. Күләме – 530 мең тоннанан ашыу. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. – 5 йыл эсендә Башҡортостандан агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау 2 тапҡырға тиерлек артҡан. Был ваҡыт эсендә 1,8 миллиард долларға 3 миллион тоннанан ашыу продукция экспортланған, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Агросәнәғәт комплексы экспортының 67 проценттан ашыуын май продукцияһы, яҡынса 20 процентын аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, ете проценты башҡа нәмәләр, өс проценттан ашыуын һөт продукцияһы һәм яҡынса өс процентын иген культуралары тәшкил итә. Элекке партнерҙар менән эш алып бары
3 миллион тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа оҙатылды
5 февраля5 фев
1 мин