▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. "Һандуғастай моңло тауыш!.. һәм еңел булмаған яҙмыш..." Венера Рәхмәтуллина тигән йырсының һирәк осрай торған сағыу ҙа, һандуғастай моңло ла тауышын оҡшатмаған кеше һирәктер. Уның ниндәй талантлы артистка икәнен дә барыһы белә. Ҡасан ғына Өфөләге бер концерт та унһыҙ үткәрелмәй торғайны, тиһәк, хата булмаҫ. Рәсми саҡырылыу буйынсамы, халыҡ артистары араһындамы, Башҡорт дәүләт филармонияһындамы – Венера Рәхмәтуллинаның башҡарыу оҫталығына хайран ҡалмау мөмкин түгел ине. Йондоҙ булып ятлап сәхнә түрҙәрен яҡтыртҡан йырсы оҙаҡ йылдар шулай бик уңышлы эшләгәндән һуң ҡапыл юҡ булыуына күптәр аптырашта ҡала. Ҡайҙа булды һуң беҙҙең Венера, тигәндәр өсөн ул бына тағы ла яҙғы ҡояш нурындай яҡты сибәр йөҙө, ҡарашы, моңло тауышы менән ҡыуандырып баш ҡала концерттарын биҙәргә тора. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Рәхмәтуллина юбилей тамашаһына ең һыҙғанып әҙерләнеүе, хәләл ефете, айырылғыһыҙ ижа
Өфө уттары - 03.02.2026 Яҙмыштарҙы йырлап уҙа Венера Рәхмәтуллина
5 февраля5 фев
4
1 мин