#Баймаҡ_энциклопедияһы Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Салихов Әғзәм Ғәлләм улы тыуған көн. Салихов Әғзәм Ғәлләм улы 1942 йылдың 5 февралендә Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуған. 1969-1970-се йылдарҙа Өфө ҡалаһында бухалтерҙар курсы үтә, 1960-сы йылда Ленин исемендәге колхозда эш башлай һәм хеҙмәт юлын тулыһынса Ленин исемендәге колхозға бағышлай. Ферма мөдире, экономист, бригадир, прораб, 1995-2002 йылдарҙа колхоз етәксеһе вазифаларын башҡара. Намыҫлы хеҙмәте "Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" почет билдәһе, “Баймаҡ районының һәм ҡалаһының почетлы гражданы” исеме, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" тигән маҡтаулы исем менән баһаланған.