Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров ошо хаҡта хәбәр итә. "Актер йыры" конкурсын "Ҡышҡы романс" тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — тине ул. ✨Конкурс быйыл ноябрҙә уҙа. "Ҡышҡы романс" — Фидан Ғафаров башҡарыуындағы иң билдәле йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған. Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Ҡушымта. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға… Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Ҡушымта. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.