Сибай институтына экоактивистарҙы уҡырға саҡыралар. Башҡортостанда Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм йәмәғәт экологик инспекторҙарын уҡытыу буйынса күләмле проект старт ала.
4-5 мартта Өфө фән һәм технологиялар университетының филиалы—Сибай институтында ике көнлөк республика семинары үтәсәк. Ул «Таҙа Талҡаҫ» социаль проектына старт бирә. Сара атайҙар абруйын арттырыуға йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһының ирҙәр советы» төбәк йәмғиәт ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Республикаһы башлығы Гранты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты—граждандар контроле һәм экологик өмәләр уҙғарыу аша Талҡаҫ күленең үҙенсәлекле экосистемаһын һаҡлау, тергеҙеү. Йәмәғәт экология инспекторҙарын уҡытыу төп ваҡиға буласаҡ. Семинар барышында республика ҡалаларынан һәм райондарынан 150 экоактивист тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм теркәү алгоритмдарын (рөхсәтһеҙ сүплектәр, ярҙарҙы бысратыу, законһыҙ урман ҡырҡыу, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге ҡағиҙә бо