Салауат ҡалаһының “Своя химия” заманса китапханаһында компьютерҙа эшләргә өйрәнеү буйынса курстар ойошторолған. Был ғәмәл “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) арҡылы тормошҡа ашырыла. Өлкәндәр өсөн компьютерҙы өйрәнеү – ул аралашыу даирәһен киңәйтеү һәм йәшәү сифатын күтәреү ысулы. Йәшерәктәргә компьютер менән эшләгәндә бер ауырлыҡ та тыуҙырмаған ғәмәлдәр оло йәштәгеләргә ҡыйыныраҡ бирелә. “Своя химия” үҙәк ҡала модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уларға компьютерҙан ҡурҡмаҫҡа, уның менән “аралашырға”, интернет менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтә. Дәрестәр бушлай үткәрелә. Заманса китапханаға килеп, компьютерҙа эшләргә өйрәнер өсөн, бары тик алдан яҙылырға ғына кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла. Быға ҡәҙәр “Мәҙәниәт” милли проекты аша башҡарылған файҙалы эштәр хәҙер “Ғаилә” милли проекты эсендә атҡарыла. Фото: vk.com/kulturarb Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkort