Өфөнөң Вуз-ара кампусында муниципалитеттарҙың баш архитекторҙарына иҫәпләнгән “Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген идара итеүҙе ойоштороу” программаһы эш башланы. Программа “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ярашлы Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы һәм Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Уҡытыуҙың маҡсаты - ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүгә яуаплы белгестәрҙең профессиональ кимәлен күтәреү. Программа тәүге һынауҙы үтте лә: ғинуар аҙағында беренсе сығарылыш булды. Дипломдарҙы тапшырыу тантанаһы Вуз-ара кампус майҙансығында үтте. Унда Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов ҡатнашты. Беренсе ағымда республиканың алты районының - Нуриман, Ҡыйғы, Благовещен, Иглин, Тәтешле һәм Краснокама райондарының баш архитекторҙары белемдәрен камиллаштырҙы. Биләмәләрҙе үҫтереү урындарҙа компетентлы ҡарарҙарҙан башлана. Бөгөн муниципалитеттарҙың баш архитекторҙ
Кампуста - муниципалитеттарҙың баш архитекторҙары өсөн уҡыу программаһы
4 февраля4 фев
2 мин