2026 йылда Өфөлә, ”Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу дауам итәсәк. Атап әйткәндә, баш ҡаланың Калинин һәм Октябрь райондарында халыҡҡа ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Хәтер скверы күп функциялы йәмәғәт киңлегенә әүереләсәк. Ул үҙенең мемориаль әһәмиәтен һаҡлаясаҡ, шулай уҡ ял итеү өсөн мөмкинлектәрҙе арттырасаҡ. Геройҙарҙы иҫкә алыу, хөрмәтләү менән бергә ғаилә менән күңелле ял итергә, саф һауала спорт менн шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. Бында балалар өсөн заманса уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, йәйәүлеләр өсөн юл һалынасаҡ. Рихард Зорге исемендәге сквер ҙа ғаилә менән тыныс ял итеү мөйөшөнә әүереләсәк. Төҙөкләндереү барышында данлыҡлы разведчиктың силуэты менән металдан яһалған стела урынлаштырыласаҡ. Яҡтылыҡ һәм һыу үткәреү системаларының яңыртылыуы скверҙарҙы күркәм, уңайлы итәсәк. Исеменән үк күренеүенсә, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) то