Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

11 күпер ремонтланған

Уҙған йылда Башҡортостанда, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сараларына ярашлы, 11 күпер рәткә һалынды, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1260 метр тәшкил итә. Былар араһынан иң оҙон күперҙәр – Өфө – Инйәр – Белорет юлының Архангел районынан үткән өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша, Салауат районында Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатайҙа Әй йылғаһы аша, Аҡъяр – Новочеркасск – Ырымбур өлкәһенең Хәйбуллалағы сиге юлында таналыҡ аша һалынғандары һәм башҡалар. Транспорт һәм юл хужалығы министры Л. Минакова әйтеүенсә, был күперҙәрҙән йөрөү хәүефле булған. Шуға ла ике күпергә реконструкция үткәрелгән, өсәүһенә – капиталь ремонт, алтауһына ремонт эшләнгән. 2019 йылдан алып республикала 11 саҡырымдан ашыу күпер рәткә килтерелгән. Уларҙың 2,5 саҡырымы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса яңыртылған. Быйыл дөйөм 1,5 мең метрға һуҙылған күперҙәрҙе йүнәтеү эше планлаштырыла. Яңыртылған ми
Оглавление
    11 күпер ремонтланған
11 күпер ремонтланған

11 күпер ремонтланған

Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1260 метр тәшкил итә

Уҙған йылда Башҡортостанда, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сараларына ярашлы, 11 күпер рәткә һалынды, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1260 метр тәшкил итә.

Былар араһынан иң оҙон күперҙәр – Өфө – Инйәр – Белорет юлының Архангел районынан үткән өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша, Салауат районында Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатайҙа Әй йылғаһы аша, Аҡъяр – Новочеркасск – Ырымбур өлкәһенең Хәйбуллалағы сиге юлында таналыҡ аша һалынғандары һәм башҡалар.

Транспорт һәм юл хужалығы министры Л. Минакова әйтеүенсә, был күперҙәрҙән йөрөү хәүефле булған. Шуға ла ике күпергә реконструкция үткәрелгән, өсәүһенә – капиталь ремонт, алтауһына ремонт эшләнгән.

2019 йылдан алып республикала 11 саҡырымдан ашыу күпер рәткә килтерелгән. Уларҙың 2,5 саҡырымы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса яңыртылған.

Быйыл дөйөм 1,5 мең метрға һуҙылған күперҙәрҙе йүнәтеү эше планлаштырыла.

Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.

Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan