Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кушнаренкола төндә йорт емерелгән

Бөгөн төндә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында ҡыйыҡтың өлөшләтә емерелеүе һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорт зыян күргән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Таулы урамында урынлашҡан 12 фатирлыҡ ике ҡатлы кирбес торлаҡ йортта дүрт яҡлы металл ҡыйыҡ өлөшләтә емерелеп төшкән. Һөҙөмтәлә газ торбаһы зыян күргән. Йорттағы газды шунда уҡ һүндергәндәр. Йортта йәшәгәндәр хәүефһеҙ урынға эвакуациялана. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәләре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр йәлеп ителгән. Урынға – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев барған. Хәлде күҙәтеү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиацияны ҡулланыу төркөмө йәлеп ителгән. Биләмәнең хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән, тергеҙеү эштәре алып барыла. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Б
Оглавление
    Кушнаренкола төндә йорт емерелгән
Кушнаренкола төндә йорт емерелгән

Кушнаренкола төндә йорт емерелгән

Ә ундағы кешеләр...

Бөгөн төндә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында ҡыйыҡтың өлөшләтә емерелеүе һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорт зыян күргән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Таулы урамында урынлашҡан 12 фатирлыҡ ике ҡатлы кирбес торлаҡ йортта дүрт яҡлы металл ҡыйыҡ өлөшләтә емерелеп төшкән. Һөҙөмтәлә газ торбаһы зыян күргән. Йорттағы газды шунда уҡ һүндергәндәр.

Йортта йәшәгәндәр хәүефһеҙ урынға эвакуациялана. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәләре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр йәлеп ителгән.

Урынға – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев барған.

Хәлде күҙәтеү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиацияны ҡулланыу төркөмө йәлеп ителгән.

Биләмәнең хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән, тергеҙеү эштәре алып барыла. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.