3 февралдә Ҡариҙел районының Үҙәк китапханаһында Рәсәйҙә Фән көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ултырыш райондың мәҙәниәт, мәғариф һәм фән өлкәһендәге белгестәрҙе, «Табын ырыуы берләшәһе» йәмәғәт ойошмаһы һәм Ҡариҙел башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларын бер өҫтәл артына тупланы. Сара атайсалыбыҙҙың этномәҙәни мираҫын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға дисциплина-ара ҡараштың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Түңәрәк өҫтәл белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ халыҡ ижадын, телде һаҡлауға, тирә яҡты өйрәнеү эштәрен әүҙемләштерергә һәм популярлаштырыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн платформаға әйләнде. Китапханасылар, фольклорсылар, сәнғәт өлкәһе белгестәре үҙҙәренең эшмәкрәлектәре, районда тирә яҡты өйрәнеү буйынса төрөлө йүнәлештә эҙләнеү эштәрен алып барыуҙары тураһында ултырышта ҡатнашыусыларға файҙалы мәғлүмәт еткерҙе. Тайҡаш ауылы старостаһы Фәғил Калямов ауылдың тарихы һәм топонимикаһы тураһында белемдәре менән уртаҡлашты. Ошо ауылдың ағинәйе Нәйсә Нартдинов