Әрем менән дауалау организмдағы бөтә гноеродлы иң ябай инфекцияны үлтерә, йоҡоһоҙлоҡто, нервы ауырыуҙарын дауалай, матдәләр алмашыныуын тергеҙә, һөҙөмтәлә һимереү һәм артыҡ ауырлыҡ юҡҡа сыға. Был ауырыуҙарҙы тиҙ арала тәртипкә килтереү өсөн иң көслө сара. Әрем терапияһы бөтә шешеү ауырыуҙарын тиерлек, бигерәк тә аш һеңдереү юлы һәм енес ағзалары зарарланған осраҡта, бөтөрә. Уны гинекологик ауырыуҙар, простатиттар, уретриттар, тире, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйөр һәм башҡа күп осраҡтарҙа ҡабул итәләр. Терапия шулай уҡ буласаҡ ата-әсәләргә йөклөлөккә әҙерләнгән ваҡытта тәҡдим ителә. Дауалау курсына 100 грамм ҡоро әрем етә. Әҙерләнгән ҡоро әремде ҡул менән ыуып, дуршлаг аша үткәрергә. Иләктән үткәндәрен ҡоро килеш йоторға, ә дуршлаг аша үтмәй ҡалғандарын клизма, спринцлау, күҙгә, ҡолаҡҡа, танауға тамыҙыу йәки ауыҙҙы сайҡау өсөн төнәтмә әҙерләүгә китә. Ни өсөн ҡоро әрем ҡулланырға тәҡдим ителә? Ул бөтә эсәк-ашҡаҙан тракты аша үтеп, бөтә участкаларҙы дауалаһын өсөн. Хатта ми