- Ейәндәрен дә, һеңлеһен дә үҙе көтә
- —Һыйырын да, бейәһен дә һауҙым, ҡымыҙ бештем, – тип һүҙ башланы ауыл ағинәйе.—Ирем бик уңған, бөтмөр кеше булды, балаларыбыҙ аталары кеүек бәләкәйҙән эшһөйәр булып үҫте. 1997 йылда Илфат улыбыҙ әрме хеҙмәтенә барып, ҡурғаш табутта ҡайтты. Улҡайымдың хеҙмәт иткән еренән иҫән-һау ҡайта алмауы, үлеменең дә сәбәптәрен белмәүебеҙ бөтәбеҙҙе лә оло ҡайғыға һалды. Ҡайҙа мөрәжәғәт итәһең, кемгә бараһың, нисек кенә ауыр булмаһын, бала ҡайғыһы йөрәктә булһа ла, түҙергә, сабыр булырға тырыштыҡ. Атаһы ғына кисерештәрен йөрәгенә ауыр алды, 2013 йылда беҙҙе ташлап китте. Артабан бер-бер артлы ҡыҙҙарымды юғалттым, өс ейән-ейәнсәремде опекунлыҡҡа алдым... - ти әсә.
Ейәндәрен дә, һеңлеһен дә үҙе көтә
—Һыйырын да, бейәһен дә һауҙым, ҡымыҙ бештем, – тип һүҙ башланы ауыл ағинәйе.—Ирем бик уңған, бөтмөр кеше булды, балаларыбыҙ аталары кеүек бәләкәйҙән эшһөйәр булып үҫте. 1997 йылда Илфат улыбыҙ әрме хеҙмәтенә барып, ҡурғаш табутта ҡайтты. Улҡайымдың хеҙмәт иткән еренән иҫән-һау ҡайта алмауы, үлеменең дә сәбәптәрен белмәүебеҙ бөтәбеҙҙе лә оло ҡайғыға һалды. Ҡайҙа мөрәжәғәт итәһең, кемгә бараһың, нисек кенә ауыр булмаһын, бала ҡайғыһы йөрәктә булһа ла, түҙергә, сабыр булырға тырыштыҡ. Атаһы ғына кисерештәрен йөрәгенә ауыр алды, 2013 йылда беҙҙе ташлап китте. Артабан бер-бер артлы ҡыҙҙарымды юғалттым, өс ейән-ейәнсәремде опекунлыҡҡа алдым... - ти әсә.
Бер кем дә үҙ яҙмышын һайлап алмай. Ололар әйтмешләй, маңлайыңа яҙылғанды күрәһең. Сираттағы геройым – рухи яҡтан көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе, ғүмере буйына инвалид һеңлеһен тәрбиәләгән Рәйсә Ниғмәтуллина булыр.
Тиҙҙән үҙенең 80 йәшен ҡаршыларға йыйынған Рәйсә Нурғәле ҡыҙына ҡарап, һис кенә лә үҙ йәшен бирерлек түгел. Йәштәр кеүек ныҡлы баҫып, кәүҙәһен төҙ тотоп йөрөгән инәй үҙенең яҙмышын бәйән иткәс, ни тиклем ауырлыҡтар кисереүен, биш балаһының өсәүһен ер ҡуйынына һалыуын, ҡыҙының балаларын тәрбиәләүе, улай ҡына түгел, үҙенең бер туған һеңлеһе Райхананы 30 йылдан ашыу бағыуын белдек. Әле ул Әбйәлил районы Исҡужа ауылында һеңлеһе менән йәшәй.
Күрше Тәпән ауылында тыуып үҫкән Рәйсә инәй буласаҡ ире Рәхимйән Сабирйән улы менән йәйләүҙә таныша. Мәктәпте генә бөтөп, туған колхозында һауынсы булып эшкә төшкән ҡыҙ 1965 йылда ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып, биш балаға ғүмер бирәләр. Тормош иптәше лә хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләй.
—Һыйырын да, бейәһен дә һауҙым, ҡымыҙ бештем, – тип һүҙ башланы ауыл ағинәйе.—Ирем бик уңған, бөтмөр кеше булды, балаларыбыҙ аталары кеүек бәләкәйҙән эшһөйәр булып үҫте. 1997 йылда Илфат улыбыҙ әрме хеҙмәтенә барып, ҡурғаш табутта ҡайтты. Улҡайымдың хеҙмәт иткән еренән иҫән-һау ҡайта алмауы, үлеменең дә сәбәптәрен белмәүебеҙ бөтәбеҙҙе лә оло ҡайғыға һалды. Ҡайҙа мөрәжәғәт итәһең, кемгә бараһың, нисек кенә ауыр булмаһын, бала ҡайғыһы йөрәктә булһа ла, түҙергә, сабыр булырға тырыштыҡ. Атаһы ғына кисерештәрен йөрәгенә ауыр алды, 2013 йылда беҙҙе ташлап китте. Артабан бер-бер артлы Венера һәм Зөлфирә ҡыҙҙарымды юғалттым, өс ейән-ейәнсәремде опекунлыҡҡа алдым. Хәҙер барыһын да башлы-күҙле иттем. Аллаға шөкөр, ике улым – Самат менән Фәнис ауылда төпләнеп ҡалды, ярҙам итеп торалар, хәл белешәләр. Бөгөн 12 ейән–ейәнсәрем, 20 бүлә–бүләсәрем бар.
Хәҙер уйлап ҡарайым да, нисек кенә бала ҡайғыларын күтәрә алдым икән тием? Янымда йәнә минең тәрбиәгә һәм йылы ҡарашыма мохтаж булған Райхана һеңлемдең булыуы ярҙам иткәндер тигән уйға киләм.
Райхана Мансурованың да яҙмышына бала саҡтағы ҡаза сәбәпле була. Ҡыҙға биш йәш булғанда, уның тәне бешә. Күлдәге янып тиреһенә йәбешә. Ни үле, ни тере икәнен белмәгән ата–әсәһе ҡыҙҙарын дауаханаға илтә, оҙаҡ ятырға ятырға тура килә уға. Шулай ҙа Райхана аҡрынлап аяҡҡа баҫа, тәненең башҡа урындары бешеп, төрлө шырамдар менән ҡапланһа ла биттәре шул килеш матур ҡала. Быйыл уға ла 75 йәш була, күңеле менән әле булһа бала–саға кеүек ти апайы ла.
Әсәләре иҫән саҡта, Райхана ҡыҙын үҙе ҡарай. Ул мәрхүмә булғас, Сафия һеңлеләре алып ҡайта. Ғүмере буйы йәшәгән ауылын һағынамы, ни өсөндөр сит ауылда йәшәгән һеңлеһендә толҡа тапмай Райхана Нурғәле ҡыҙы. Артабан инвалид һеңлеләрен кем тәрбиәләү өсөн иң өлкән ағалары Мөнир Мансуров бар туғандарын бергә йыя. Һәм һеңлеһе Рәйсәгә: “Райхананы һин генә ҡарай алырһың, ҡарындаш. Ҡайҙалыр, кемгәлер алып бара алмайбыҙ, күңелең изге, һүҙең йомшаҡ, кейәү ҙә яҡшы кеше, ситкә типмәҫ, ҡыйыртһытмаҫ балдыҙын”,– ти. Шулай итеп йәнә тыуған ауылына ҡайтып, апайы менән бергә йәшәй башлай Райхана Мансурова.
Бөгөн бер–береһенә иптәш, әхирәт булып йәшәй апайлы–һеңле. Береһе ҡулына бәйләмен тотһа, икенсеһе ҡорама ҡорай. Ҡул эштәре менән булышып, күңелдәре бошоп киткәндә, моңланып та алалар. Тәҙрә төптәрендә шау сәскәгә күмелгән гөлдәр ҙә, өйҙәге таҙалыҡ һәм бөхтәлек тә икеһенең дә саф, таҙа һәм уңған булыуҙарының билдәһе. Яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡса менән булышалар, мал–тыуар ҙа, ҡош–ҡорт та аҫрай. “Тик бына утын алдырыу ғына үҙе бер мәшәҡәт, ауылға газ үтһә, ҡана һуң”, – тип теләйҙәр ҙә, әммә ошоға тиклем Исҡужа ауылына газ торбалары һуҙылмаған.
Бына шулай бала ҡайғыларын кисерергә тура килһә лә, инвалид туғанын 30 йылдан ашыу баҡһа ла, тормошто яратыуы, уны нисек бар шулай ҡабул итә алыуы–Рәйсә Нурғәле ҡыҙына көс бирә, йәшәүгә ҡеүәт өҫтәй, ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлата.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!