Өфөлә студент эштәренән торған “Заманса студент һәм фән” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Унда иң шәп уҡыу-фән һәм ижади эштәр ҡуйылған. Был Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар ун йыллығы сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетынан. Проект Фән көнөнә арналған. Күргәҙмәгә Башҡортостан дәүләт аграр университетының Биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы факультетның “Ветеринария” йүнәлеше буйынса белем алған студенттарҙың иң яҡшы эштәре ҡуйылған. - Студент эштәрен тәҡдим итеү Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар ун йыллығының иң төп сараларының береһен – йәштәрҙе фән эшмәкәрлегенә йәлеп итеү өсөн тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Бындай ваҡиғалар фәнде популярлаштырыу һәм студенттар ижадын күрһәтеү өсөн кәрәк, - тип белдерҙе күргәҙмәне ойоштороусы Эльвира Еникеева. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: республик