“Башым ҡатты, кәңәш кәрәк, ярҙам итегеҙ”, тип башланған хат килде беҙгә. Баш ҡалала йәшәгән ҡатын үҙенең аһ-зары менән уртаҡлашҡан һәм кәңәш һорай икән. “Улыма 28 йәш. Аҡыллы, тырыш, сибәр егет. Тимур ныҡ изге күңелле, ипле, бер аҙ оялсан. Интернетта бер ҡыҙ менән танышҡан. Айгөл уға үҙе башлап яҙған һәм аралашып киткәндәр. Фотоһын күрҙем, бик сибәр ҡыҙ, һушты алырлыҡ. Яҙышыуҙары ла матур, тыйнаҡ, юмор менән. Шулай ике-өс ай самаһы аралаштылар. Улым янына барырға, осрашырға тәҡдим итһә лә, төрлө сәбәптәр табып, баш тартып килде. Ә инде улым ныҡлап ғашиҡ булғас, янына саҡырып алған. Баҡһаң, ҡыҙ сирле икән. Инвалид креслоһында ултыра, ДЦП. Тимур уны күргәс баҙап ҡала. Улым, ысынлап, уға ғашиҡ булғайны, быны мин дә һиҙә инем. Тик сирле булыуы уны шок хәлендә ҡалдыра. Ҡыҙ иһә тәүге осрашыуҙа улыма нығыраҡ ғашиҡ була, кәйефе күтәрелә, дәртләнә. Быны күргәс, Тимур уға бер нимә лә әйтә алмай. Ҡайтҡас иһә балтаһы һыуға төшкән кеүек йөрөй. Улым юғары белемле, һәйбәт урында эшләй. Яңы төҙөлгән й