"Хәмиҙә инәй Ейәнғолованан (йәне йәннәттә булһын) яҙып алып ҡалған мөнәжәт һәм Гөлзифа абыстайҙан ҡалған аманат-доға ихлас итеп уҡығандарға ярҙам итә. Ошо доғаны бетеү итеп алып киткәндәр барыһы ла һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан. Тел-тештән, бәлә-ҡазанан һаҡлай, тип ул әйтеп торҙо, мин яҙып алдым. Гөлзифа апайҙың аманатын үтәп, килгән һәр кемгә өләшәм. Һеҙ ҙә таратығыҙ", - тине ул. Хәмиҙә инәй мөнәжәте بسم الله الرحمن الرحيم لَا إلَهَ إلأَّا الله - ЛӘ ИЛӘҺӘ ИЛЛӘЛЛАҺ Лә иләһә илләллаһ - ғәмәлдәрҙең изгеһе, Лә иләһә илләллаһ - мөьминдәрҙең көҙгөһө. Лә иләһә илләллаһ - ғәрши көрси баҫҡысы, Лә иләһә илләллаһ -һигеҙ ожмах асҡысы. Лә иләһә илләллаһ - ҡарамағыҙ әҙенә, Лә иләһә илләллаһ - мәңге бөтмәҫ хазина. Лә иләһә илләллаһ - тауҙар-таштар ватыр ул, Лә иләһә илләллаһ - ожмахтарҙы асыр ул. Лә иләһә илләллаһ - кәлимәһе ҙурҙыр ул, Лә иләһә илләллаһ - ҡәберҙәрҙә нурҙыр ул. Лә иләһә илләллаһты әйтәйек, дуҫтар, һәр заман, Лә иләһә илләллаһты әйтмәгән ҡолдар яман. Лә иләһә илләллаһ - тамуҡ утын һ
"Бик көслө доға өйрәтәм һеҙгә", - тип яҙып бирҙеләр был доғаны
2 февраля2 фев
2 мин